Унда республика район-ҡалаларынан килгән 12 команда ҡатнашты. Һәр ижади коллектив баһалама ағзалары һәм тамашасылар күңелен тапҡыр шаяртыу аша яуларға тырышты.
Жюри составында клубтың элекке ағзалары ла бар ине. Шулай ҙа төрлө сағыу сығыштары менән айырылған «Ҡатын-ҡыҙ дуҫлығы монументы» командаһы еңеү яуланы. Улар республика намыҫын Сочиҙа үтәсәк уйында яҡлаясаҡ.
Азат Ғәлиуллин