Владислав Саламатов 2001 йылда тыуған, Златоуст индустриаль колледжы кадет корпусында белем алған, спорт менән шөғөлләнгән. Хәрби хеҙмәтен үтәгәндән һуң ул контракт буйынса ҡалған. Разведчик хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ махсус операцияла батырҙарса һәләк булған Тимур Килмөхәмәтовтың яҡындары менән күрешеп уларға ла Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Хәрби хеҙмәттән һуң контракт буйынса хеҙмәт иткән егет махсус тәғәйенләнештәге төркөмдә пулеметсы булып хеҙмәт иткән. Һәләк булғандан һуң Рәсәй президенты указы менән «Ҡаһарманлыҡ ордены» менән бүләкләнгән. Радий Фәрит улы илебеҙҙе яҡлап ғүмере өҙөлгән егеттәрҙең яҡындарына ярҙам күрһәтеләсәге тураһында әйтте. Медицина ярҙамы, кардиологтар күҙәтеүе буласағын белдерҙе.