Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнде

Асылыбыҙ – милли кейемдә. Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнде. Байрам 2020 йылдан алып апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә. Халыҡ тарафынан да Милли кейем көнөнә арналған саралар ҡыҙыҡһыныу һәм хуплау таба. Баш ҡалала үткән саралар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова таныштыра.

Һәр халыҡтың тарихы һәм мәҙәниәте милли кейем менән тығыҙ бәйле. Ул ябай әйбер генә түгел, ә халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һәм тәрән тарихын сағылдырыусы ла. Милли кейем өлгөләре менән хайран итеүселәрҙең асыҡ миҫалы булып – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һанала. Был юғары кимәлде һаҡлау өсөн сәхнә костюмдарының үткәне һәм киләсәге тураһында фольклор белгестәре, этнограф, дизайнер, ансамбль ветерандары түңәрәк өҫтәл артында әңгәмәләште.

Әңгәмә барышында сәхнә костюмдарын реконструкциялау һорауы ла күтәрелде. Яңыраҡ ҡына Ғәскәровсыларҙың көмөш тәңкәләрҙән һәм ысын мәрйендәрҙән торған биҙәүес комплекттары яңыртылған.

Халыҡтың оло хазинаһына бағышланған үҙенсәлекле күргәҙмә Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә лә ойошторолдо. Бында республикала йәшәгән милләттәрҙең костюмдарын, биҙәүестәрен кейеп ҡарарға һәм улар менән фото төшөргә мөмкин ине. Байрам уңайынан Башҡортостан Башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәрен һәм белгестәрен Урал Мортазин башҡорт бейеүе менән тәбрикләне.

Милли кейем көнөнә арналған саралар шәлкеме баш ҡаланың Яҡутов паркында дауам итте. Сәхнәләге сығыштар сағыу гөлләмәгә тиң милли кейемдәр төрлөлөгөн күрһәтте.

Башҡортостандың тарихи-мәҙәни үҙәктәре тарафынан ойошторолған сарала ижади коллективтар, йырсылар концерт программаһын тәҡдим итте. Һауа торошоноң боҙолоп тороуы ла байрам кәйефен төшөрмәне.

Әлфинә Килдейәрова