Илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ өсөн

Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылындағы урамдарҙың береһе Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллин исемен йөрөтәсәк.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Украиналағы махсус операцияла һәләк булған өлкән лейтенанттың ата-әсәһе менән осрашып уларға Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Игорь Нәсибуллин махсус операция барышында ауыр йәрәхәтләнгән һалдаттарҙы хәрби бәрелеш урынынан транспортировкалау өсөн дошман утын үҙ танкы менән ҡаплап офицерҙарҙы ҡотҡарған. Өлкән лейтенант үҙе йәрәхәтләнеп контузияланғас та хәрби состав менән етәкселек итеп, һуңғы һулышына тиклем көрәшеп батырҙарса һәләк булған.

Ул бәләкәйҙән хәрби булырға теләп, буласаҡ һөнәренә тырышып әҙерләнде. Тырышып уҡыны. Һәр ваҡыт ҡыйыу булды. Беҙҙең өсөн ул ысын герой һәм беҙ Игорьҙы бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Бик йәл..

Алевтина Фәтҡуллина, Иҫке Вәрәш ауылы мәктәбе уҡытыусыһы

Флорида Ким