Заманса төҫ алған Рихард Зорге урамындағы ошондай ихатаны асыу тантанаһында Өфө ҡала хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев та ҡатнашты.
Биләмәлә өр-яңы балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән, асфальт һалынған, тротуарҙар яҡтыртыу ҡоролмалары һәм видеокамералар менән йыһазландырылған, өҫтәмә парковка урындары булдырылған. Башҡортостанда йәмғеһе 200 ихата төҙөкләндерелә, уларҙың 54-е Өфөлә. Эште октябргә тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған.
Рәзилә Ғиниәтуллина