Кисә төнгө сәғәттәрҙә Черниковка биҫтәһендәге «Меркурий» сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында янғын сыға.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, утты һүндереүгә 78 ҡотҡарыусы, 28 берәмек техника һәм Ка -32 вертолеты йәлеп ителә. Әле Башҡортостан прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Билдәле булыуынса, кеше ғүмеренә зыян килмәгән. Шулай уҡ «Меркурий»ҙа урынлашҡан контакт зоопарктағы бар хайуан-ҡоштар ҙа ҡотҡарылған.
Әлфинә Килдейәрова