Өфө – шағирҙар ҡалаһы. Баш ҡаланың «Ҡунаҡһарай» сауҙа үҙәгендәге шиғри кис. Төрлө телдәрҙә яңғыраған шиғырҙар йор һүҙ яратыусыларҙың күңеленә үтеп инде.
Тыуған илгә һөйөү, дуҫлыҡ темаһын күтәргән әҫәрҙәрҙе авторҙар үҙҙәре уҡыны. Өсөнсө йыл рәттән ойошторолған сарала Дүртөйлө районы китапханаһы вәкилдәре лә ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашты. Райондан килгән үҫмерҙәр гитарала уйнап, үҙҙәре ижад иткән йырҙарҙы башҡарҙы. Шиғри байрам майҙансығында китаптар күргәҙмәһе лә эшләне.
Рәзилә Ғиниәтуллина