“Миннивасиҡ Абдуллин республикала дүрт тапҡыр рекорд ҡуйған. Ул 1000, 1500, 3000 һәм 5000 метрға йүгереүҙә иң шәбе. 3 километр арауыҡҡа рекордын инде 49 йыл уҙҙыра алмайҙар. Миннивасиҡ Ғатаулла улы оҙаҡ йылдар республика йыйылма командаһында консультант була. Башҡортостанда еңел атлетика үҫешенә тос өлөш индерә. Бөгөн ул хаҡлы ялда. 76 йәшендә лә егеттәр кеүек, позитив ынтылыш, рух күтәренкелеге менән йәшәй. Йыл һайын Йәрмәкәй районында “Сәләмәтлек уҙышы” ойоштора. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ теләйем», - тип яҙған Радий Хәбиров.
Миннивасиҡ Абдуллин - билдәле еңел атлет, Педагогия фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, ике тапҡыр СССР, алты тапҡыр Рәсәй чемпионы.