Башҡортостанда “Ҡайышыңды ҡаптыр” тип аталған профилактик операция башланды

Ул юл-транспорт ваҡиғаларының эҙемтәләрен кәметеү маҡсатында ойошторола. Хәүефһеҙлек ҡайышы водитель һәм уның пассажирҙарын һаҡлау сараһы, имгәнеү ихтималлығын кәметә. Быйыл республика юлдарында булған аварияларҙа 44 кешенең ғүмере өҙөлгән, 200-гә яҡыны имгәнгән. Хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған өсөн 1 мең һум штраф һалына. Автомобиль салонында балаларҙы креслоһыҙ йөрөткән водителдәргә 3 мең һумлыҡ яза ҡарала. Автоинспектор Ленар Зиннуров:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Профилактик операция 16 сентябргә тиклем дауам итә.