Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә шихандың түбәһенә тиклем хәүефһеҙ баҫҡыс төҙөү тураһында ла һүҙ булды. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов белдереүенсә, проект тикшереү үткән, быйыл эштәрҙең бер өлөшө теүәлләнә. Төҙөлөш киләһе йылда ла дауам итә. Маршрутта эскәмйәләр ҡуйыла, шулай уҡ яҡтыртыу ҡарала. Бынан тыш, инвалидтар өсөн Торатауға менеү мөмкинлеген булдырыу башланғысы күтәрелде.