Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Ә ураҡ компанияһы әле тамамланмаған, ер хужаларына тағы ла майҙандарҙың 16 процентында иген һуғыу талап ителә. Радий Хәбиров ялан батырҙарына аяҙ көндәрҙе тулы ҡеүәткә файҙаланып ҡалыу бурысын ҡуйҙы. Республика тормошондаға ошо һәм башҡа мөһим ваҡиғалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостан хужалыҡтарында ҡыҙыу миҙгел, иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы һуғыу бара. Бөгөнгә баҫыуҙарҙың 84 процентында эш тамамланған, бураларға 4 миллион 300 тонна уңыш һалынған, уртаса гектар ҡеүәте 30 центнерға яҡын. Һуңғы көндәрҙәге ямғыр ураҡ компанияһын бер аҙ тотҡарлаған, әммә киләһе аҙнала һауа торошоноң үҙгәреүе, сыуаҡ көндәр көтөлә. Белгестәр әйтеүенсә, әле келәттәрҙә урын етмәүе – төп проблема.
Табиптар ҙа эш һөҙөмтәләрен барлай. «Сәләмәтлек поезы» акцияһы сиктәрендә республикала 120 мең тирәһе кеше ҡабул ителгән. Күсмә бригадалар 6 маршрут буйынса Башҡортостандың иң алыҫ райондарында, төпкөл ауылдарҙа эшләгән. Медицина тикшереүҙәре барышында 4 меңдән ашыу кешелә төрлө ауыр сирҙәр асыҡланған. Радий Хәбиров аҡ халатлыларға фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.
Оператив кәңәшмәлә ҡаралған тағы ла бер мөһим тема – туризмды үҫтереү. Башҡортостан белгестәре был эшмәкәрлекте системалы алып барыу яҡлы, әле оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән стратегия ҡабул ителгән, федераль үҙәк менән бәйләнештәр нығытылған.
Шулай уҡ берҙәм һанлы платформа әҙерләнә, ул республиканың туристик ҡеүәте тураһында бар мәғлүмәтте үҙенә ала. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда халыҡты йәлеп итерлек тарихи һәм хозур урындар күп. Уларҙы үҫтереү, танытыу ғына мөһим. Шишмә районында төҙөләсәк Евразия күсмә халыҡтар музейы шуға асыҡ миҫал.
Башҡортостан балаларын да мауыҡтырғыс уҡыу йылы көтә. 5-9-сы синыф уҡыусылары өсөн республиканың тәбиғәт ҡомартҡылары, тарихи урындары менән танышыу мөмкинлеге асыла.
Рәмзиә Кәримова