Әле стационарҙарҙа 225 кеше дауалана, уларҙың күп өлөшө – 60 йәштән өлкәндәр.
Ун бер пациент ауыр хәлдә, ике кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә ковид-19 инфекцияһынан өс сирленең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған ял көндәрендә 19 меңгә яҡын кеше прививка яһатҡан. Дөйөм алғанда, ревакцинация үтеүселәр 844 меңдән ашҡан.
Гөлназ Хәйбуллина