Башҡорт кинематографияһында премьера!

Был юлы тамашасы хөкөмөнә Флорид Бүләковтың «Әбейҙәргә ни етмәй?» пьесаһы нигеҙендә төшөрөлгән «Әбейҙәр сыуағы» исемле картина донъя күрҙе. Фильм театр һәм кино сәнғәте ветерандары ҡатнашлығында ҡуйыусы режиссер Рауил Хәкимов тарафынан ижад ителгән.

Шулай ҙа фильмда йырҙан айырмалы хис-тойғоларҙың да әйтелеүе, уй-вәғәҙәләрҙең дә үтәлеүен күрергә мөмкин. Картина дүрт оло йәштәге ханым тирәләй бара. Дүрт стена артында ултырған геройҙар үҙ тормоштары тураһында һөйләй. Тәүҙә әҫәр ҙә бер төрлө башланып, ә һуңынан бөтөнләй икенсе йүнәлеш ала.

Әйткәндәй, фильмға йәлеп ителгән театр һәм кино сәнғәте ветерандары ошо уҡ ролдәрҙе бынан ике тиҫтә йыл элек сәхнәлә уйнаған. Бөгөн улар Флорид Бүләктов пьесаһында яҙғанса геройҙар йәшенә тура килә. Шуға ла картина бер ҡыйынлыҡһыҙ ижад ителә. Ә иһә ике йыл дауамында ул төрлө миҙгел осоронда төшөрөлөүе сәбәпсе.

Картинаны музыкаль яҡтан Илшат Яхин биҙәгән. Әҫәр ике сәғәт дауамында көй-моңдар менән оҙатыла. Улар тамашасыны берсә дәртләндерә, берсә уй-һағышҡа ла һалды.

Әйткәндәй, Рауил Хәкимовтың был икенсе күләмле ижади эше. Быға тиклем талантлы режиссер Мирхәйҙәр Фәйзиҙең шулай уҡ киң билдәле «Ғәлиәбаныу» пьесаһын экранлаштырғайны. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың «Әбейҙәргә ни етмәй?» пьесаһы, ғөмүмән, республиканың ғына түгел, илдең төрлө театрҙарында сәхнәләштерелгән. Улар әле лә репертуарҙарҙан төшмәй. Хатта ки ул беренсе тапҡыр Ҡаҙағстанда телевизион сериал булараҡ төшөрөлгән. Ә беренсе фильм башҡорт кинематографияһында.

Азат Ғәлиуллин