Башҡортостан «Стратегик эшләнмәләр үҙәге» фонды менән бәйләнештәрҙе нығыта

Бөгөн Радий Хәбиров ойошманың етәксеһе Владислав Онищенко менән осрашты. Һүҙ төбәк менән фонд араһындағы хеҙмәттәшлек, уңышлы проекттарҙы Башҡортостан биләмәһендә тормошҡа ашырыу хаҡында барҙы.

Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, фонд республиканың ышаныслы партнеры, берлектәге проекттар әҙерләнә. Улар араһында пилотһыҙ авиация кластерын ойоштороуҙы, баҫма аддитив микроэлектроника үҙәген булдырыуҙы атап үтергә мөмкин. Шулай уҡ төбәктә Стратегик эшләнмәләр үҙәгенә махсус административ район бүлеү ҡарала.

Был проект 9 сентябрҙә Мәскәүҙә, Ҡаҙағстан, Иран, Төркиә, Ғәрәп Әмирлектәре, Индонезия һәм башҡа дәүләттәрҙең илселәре ҡатнашҡан кәңәшмәлә лә ҡарала. Үҙәк етәкселеге лә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте юғары баһаланы. Республикала иҡтисади һәм социаль өлкәләге стратегик проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн ныҡлы нигеҙ бар, тине Владислав Онищенко.

Рәмзиә Кәримова