Радий Хәбиров Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Йәштәр йыйыны»н асыуҙа ҡатнашты

«Студенттар айлығы» сиктәрендә уҙғарылған Волга буйы федераль округының Йәштәр гражданлыҡ форумы Рәсәй төбәктәренән алты йөҙҙән ашыу егет-ҡыҙҙы берләштерҙе. Улар эшҡыуарлыҡ, мәҙәниәт, медиа, ирекмәнлек йүнәлештәре буйынса мәғариф майҙансыҡтарында эшләй. Өсөнсөгә ойошторолған күләмле саранан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Коронавирус пандемияһы осоронда йәштәр айырыуса берләшеп, ирекмәнлек эшенә сумды. Улар ярҙамында мөһим социаль һәм дәүләт бурыстары үтәлде. Радий Хәбиров форумда бирелгән һорауға яуап биреп, тиҙҙән волонтерҙарҙы дәртләндереүсе саралар күрелә башлаясаҡ тине. Егет-ҡыҙҙар төбәк етәксеһенә сәғәт ярым эсендә йәштәр сәйәсәтен яҡшыртыу буйынса тиҫтәнән ашыу мөрәжәғәт, тәҡдимен еткерҙе. Сара ла бит осраҡлы рәүештә генә «йыйын» тип аталмаған. Башҡорт халҡының тарихында тап бындай осрашыуҙарҙа мөһим һорауҙар хәл ителгән.

Быйыл йәштәр сәйәсәте инфраструктураһын үҫтереү буйынса «Йәшлек-төбәк» тип исемләнгән программа ҡабул ителгән. Уға ярашлы, киләһе йылдан район-ҡалаларҙа йәштәр киңлектәре реновацияһына илле миллион һум бүленә башлай.

Шулай уҡ Башҡортостанда юғары уҡыу йорттары йәш ғалимдары һәм уҡытыусыларына торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, стажировкалар үтеүгә дәүләт ярҙамы саралары киңәйтелә. Радий Хәбиров вуздарға ике йөҙ миллион һумға грант бүлеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйған. «Йәштәр йыйыны»на килгәндә, күләмле сара Башҡортостанда өсөнсөгә үтә. Быйыл Рәсәй төбәктәре һәм Абхазия республикаһынан ҡатнашыусылар килгән. Татарстанда йәшәгән йәш милләттәштәребеҙ ҙә форумдың әүҙем ҡатнашыусылары исемлегендә.

Волга буйы федераль округының Йәштәр гражданлыҡ форумында төрлө мәғариф майҙансыҡтары эшләй. Студенттар үҙидаралығы һәм йәштәр берләшмәләре активистары «Мәғәнә юлы» тип исемләнгән платформала ҡатнаша. Тәүге көндә улар «Лидерлыҡ», «Халыҡ алдында сығыш яһау», «Хыял командаһын төҙөү», «Социаль проектлау» буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.

Форум сиктәрендә «Йәшлек-бизнес» эшҡыуарлыҡ майҙансығы ла эшләй. Эксперттар яңы ғына үҙ эшен асҡан йәш көстәр менән осрашып, уларҙы төрлө эшлекле уйындар аша идарасы, ойоштороусы, ҡурҡыу белмәҫ лидер булараҡ үҫтерә.

«Яңы-медиа» платформаһына килгәндә, бында район-ҡалаларҙа мәғлүмәт мөхите өсөн яуаплы йәш белгестәр белемен камиллаштыра. Улар маҡсатлы аудитория портретын билдәләргә, вирус булараҡ тараласаҡ текст яҙырға, социаль селтәрҙәрҙә уңышлы эшләргә өйрәнә.

«Йөрәк юлы» тип исемләнгән мәҙәни-ижад майҙансығына «Бөтә Рәсәй студенттар яҙы» фестивалендә ҡатнашыусылар саҡырылған. Улар өсөн мотивация тренингтары, төрлө интенсивтар ойошторола. Шулай уҡ айырым залда хип-хоп, заманса бейеүҙәр, актерлыҡ, режиссерлыҡ оҫталығы буйынса дәрестәр үтә. Был йүнәлеште иллегә яҡын егет-ҡыҙ һайлаған.

Форум сиктәрендә Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы ла уҙғарыла, социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға миллион ярым һумға тиклем ярҙам алырға була. Сараға Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған ирекмәндәр ҙә саҡырылған.

Гөлназ Хәйбуллина