Мәскәүҙә «Спас башняһы» халыҡ-ара хәрби-музыка фестивале үтте

Йәй менән көҙ сигендә. Мәскәүҙә ойошторолған «Спас башняһы» халыҡ-ара хәрби-музыка фестивале 15-се тапҡыр донъяның төрлө илдәренән коллективтарҙы һәм солистарҙы бергә йыйҙы.

Фестивалдә Рәсәй, Әрмәнстан, Беларусь, Һиндостан, Таиланд, Венесуэла һәм Мысырҙан ике тиҫтәнән ашыу коллектив сығыш яһаны. Шуныһы һөйөнөслө, Рәсәй исеменән сығыш яһаған өс ансамблдең дә дирижерҙары Башҡортостандан – Ғәзиз Әлмөхөмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты тәрбиәләнеүселәре. Улар Башҡортостан юлдаш телеканалы өсөн махсус рәүештә республикаға, яҡташтарға музыкаль сәләм еткереү маҡсатында Зарядье паркында сығыш яһаны.

Гимназия эскәмйәһенән Ҡыҙыл майҙанда Римский-Корсаков исемендәге Хәрби-Диңгеҙ Флоты Үҙәк концерт өлгөлө оркестрын етәкләп маршта үтеү. Был хаҡта майор Марат Ғаянов махсус музыка мәктәбендә уҡыған йылдарҙа уҡ хыялланған.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында уҡыған мәлдәрҙә үк үҙемдең педагогтарға, оркестр дирижерҙары эшенә һоҡланып ҡарай инем. Бала саҡтан үҙемә дөрөҫ юл-хәрби дирижер булыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым.

Марат Ғаянов, Римский-Корсаков исемендәге хәрби-диңгеҙ флоты үҙәк концерт өлгөлө оркестры дирижеры, майор

Башта геройыбыҙ хәрби дирижерҙар институты курсанты була, һуңынан төрлө коллективтар составында эшләй. «Спасс башняһы» хәрби-музыкаль фестивалендә тиҫтәнән ашыу тапҡыр ҡатнашҡан. Һуңғы йылдарҙа иһә фестивалдең визит карточкаһы булған Хәрби-Диңгеҙ Флотының легендар оркестры дирижеры булараҡ.

Һәр хәрби дирижер ул офицер. Уға ныҡышмалылыҡ, теүәллек, пунктуаллек кеүек сифаттар хас. Һәм офицер публикаға кеселекле йылмайып баға.

Марат Ғаянов, Римский-Корсаков исемендәге хәрби-диңгеҙ флоты үҙәк концерт өлгөлө оркестры дирижеры, майор

Кеселеклелек һәм йылмайыу Арыҫлан Ырыҫҡоловтың да булмышын билдәләй. Быйыл ул беренсе тапҡыр Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәренең Үҙәк округ штабы оркестрын етәкләй. Һөнәри һәм донъяуи ҡиммәттәргә уларҙы уҡытыусылары Алексей Медведев өйрәткән.

Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәре өлгөлө-күрһәтмә оркестры етәксеһе Азат Шахмөхәмәтов та Алексей Медведевтың уҡыусыһы. Етәксе административ эште лә, ижадты ла бергә алып бара. Репетицияларҙа йыш ҡына Суворовтан:» Йыр дауалай, илһамландыра, армиянының көсөн икеләтә, хатта өсләтә арттыра» тигән цитатаһын ҡуллана.

Хәрби дирижер -иң беренсе нәүбәттә ул яҙмышын Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә арнаған офицер. Илебеҙҙең төп майҙанында ла улар бәләкәй Ватанын онотмай, хөрмәт менән иҫкә ала.

Гүзәл Борханова