Башҡортостанда автомобиль хужаларына газ мотор яғыулығына күсеү өсөн субсидия бирелә

Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙыуынса, быйыл бюджеттан 58 миллион ярым һум тотонола. Еңел машина хужаларына 75 мең, бәләкәй йөк машиналарына  86, автобус һәм йөк машиналары өсөн 300 мең һумға тиклем ташлама була. Бынан тыш, газ яғыулығында йөрөгән автомобилсылар өсөн транспорт һалымы буйынса 50 процент льгота ҡаралған.