Башҡортостанда эвакуатор эше өсөн хаҡ үҙгәрҙе

  Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған документҡа  ярашлы, ҡала эсендә тыйылған урында ҡалдырылған машинаны эвакуаторға күтәреү,  махсус урынға алып барыу һәм  төшөрөү  өсөн  2 мең ярым һум түләргә  кәрәк була.  Артабан, махсус урындағы һәр сәғәт 20 һумдан 40 һумға тиклем була. Машинаның ауырлығы  3 тонна  ярымдан артһа  80 һум һорайҙар.