Ҡатмарлы һауа торошо таңғы 5-се яртыла ике рейстың тотҡарланыуына килтергән, уларҙың береһе запас аэродромға ебәрелгән.
Метеошарттар һөҙөмтәһендә 11 рейстың һауаға күтәрелеүе кисектерелгән. Федераль авиация ҡағиҙәһенә ярашлы, билет һатып алыусы пассажирҙар эсемлектәр менән тәьмин ителгән. Ә бер нисә сәғәттән «Өфө» аэропорты ғәҙәти эш режимында эшләй башланы.
Әйткәндәй, бөгөндән «әбейҙәр сыуағы» башланды. Алдағы көндәрҙә республикала 23 градусҡаса йылыта. Шулай ҙа төндә урыны менән ҡырау төшөүе ихтимал, ти синоптиктар.