Өфөнөң Дим районында урынлашҡан кордонда газ үткәрелә

Эш теүәлләнеү менән коммерция булмаған баҡсасылар ширҡәтенә илткән юл төҙөкләндерелә башлай. Проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Уны башҡарып сығыу өсөн республика ҡаҙнаһына 10 миллион һум аҡса бүленгән. 

Был юлдан 3 меңдән ашыу халыҡ 22 баҡсасылар ширҡәтенә йөрөй. Юл муниципалитетҡа ҡарай һәм капиталь ремонт кешеләрҙең йәшәү кимәлен яҡшыртырға булышлыҡ итер тип күҙаллана.

Айрат Баҙғотдинов, Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы

Башҡортостанда баҡсасылыҡты тергеҙеүгә «SMART-cадовод» беренсе республика форумында старт бирелде.

Республика Башлығы баҡсасылыҡ шәрҡәттәрен яҡлау маҡсатында 100 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты. Был сумманың яртыһы электр тәьминәтен көйләргә, ҡалған 50 миллион һумы юлдарға капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтеләсәк.

Газ үткәреү тамамланып, соҡорҙар ҡапланғас, асфальт йәйергә тотонасаҡбыҙ.1120 метрҙа, уртаса киңлеге 5, 2 метр булған юлда капиталь ремонт үтәсәк. Эште 24 октябргә теүәлләргә ниәтләйбеҙ.

Сергей Ғайсин, «Окс» юл төҙөлөш ойошмаһының баш инженеры

Гүзәл Борханова