Яңауыл районында Социалистик хеҙмәт геройы Сабит Йәғәфәров иҫтәлегенә сквер асылды

Объект «Атайсал» проекты сиктәрендә урындағы халыҡ һәм шәхестең туғандары тырышлығы менән булдырыған. Ауылдаштарҙы берләштерәсәк сквер ял сәғәттәрен һәм байрам сараларын үткәреү майҙаны булып торор тип күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Социалистик хеҙмәт Геройы Сабит Йәғәфәров Байғужа ауылында тыуып үҫкән. Нефть сығарыу өлкәһендәге ҡаҙаныштары, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн юғары награда менән билдәләнгән шәхестең исеме ауылдаштары ярҙамында мәңгеләштерелде. «Атайсал» проекты сиктәрендә уртаҡ көс менән Сабит Йәғәфәров иҫтәлегенә Байғужа үҙәгендә сквер асылды.

Ҡара алтын сығарыу тармағында ябай слесарҙән скважина быраулау буйынса ҡатмарлы объекттар мастерына тиклем хеҙмәт юлын үткән Сабит Йәғәфәров Ленин ордены, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе кеүек маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Ул етәкләгән бригада ил кимәлендә ҡуйылған нефть сығарыу планын бер нисә тапҡырға яҡшыраҡ үтәп, рекорд күрһәткестәргә ирешкән.

Яңауыл районында йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү йүнәлешендә эш башҡа биләмәләрҙә лә алып барыла. Район үҙәгендә барлыҡҡа киләсәк яңы ял урыны үҙәк урамдарҙы берләштереп, заманса майҙансыҡ булыр тип көтөлә.

Төҙөлөш проекты «Бәләкәй ҡала мәҙәниәте» Рәсәй конкурсы еңеүсеһе тип табылған. Уға ярашлы, биләмәне 2023 йылға тиклем тәртипкә килтереү маҡсаты ҡуйылған. Яңы майҙан урындағы халыҡты, йәштәрҙе һәм балаларҙы берләштергән яңы үҙәк буласаҡ.

Флорида КИМ