Өфөлә Евгения Васильеваның күргәҙмәһе асылды

Ваҡыт һәм мәңгелек. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында рәссам, Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы Евгения Васильеваның ошондай исем аҫтындағы күргәҙмәһе асылды.

Экспозициялар дүрт залды биләй, бында живопись, графика, скульптура әҫәрҙәрен дә, видеоматериалдарҙы ла күрергә мөмкин. Күргәҙмәләге ижад емештәре менән бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, «Ростех» корпорацияһы авиация кластерының индустрия директоры Анатолий Сердюков танышты. Үҙенсәлекле күргәҙмәлә БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла булды.

Бында ваҡыт төшөнсәһе юғала, әйтерһең дә, күргәҙмә залына ингән кеше мәңгелек ҡосағына инеп тарала. Ижад емештәрендә аныҡ ҡына тәбиғәт күренештәре йәки айырым шәхестәр һүрәтләнмәгән, барыһы ла дөйөм, абстракт формала. Әммә был эштәрҙә беҙҙең реаль тормоштоң сағылышы, тап әлеге замандағы һымаҡ, теге йәки был кешенең йөҙ һыҙатын, йәки берәй ваҡиғаны хәтерҙә ҡалдырырлыҡ түгел. Ваҡыт саба һәм мәңгелек даръяһында юҡҡа сыға. Күргәҙмәнең авторы рәссам, Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы Евгения Васильева.

Был Евгения Васильеваның Башҡортостандағы тәүге генә күргәҙмәһе түгел, былтыр милли музейҙа рәссам «Бөрйән бал ҡорто» экспозицияһын ойошторғайны. Был юлы иһә автор сәнғәт һөйөүселәрҙе яңы йүнәлештәрҙәге ижад емештәре менән дә таныштыра. Уларҙың күбеһе һуңғы ике йылда эшләнгән.

«Ваҡыт һәм мәңгелек» күргәҙмәһе Евгения Васильеваны ижадсы булараҡ яңы яҡтан да аса. Абстракт экспрессионизм стилендәге картиналарҙан тыш бында живопись графика жанрында төшөрөлгән эштәр ҙә, скульптуралар ҙа урын алған. Был һындарҙа ла мәңгелек темаһы сағылыш тапҡан.

Белгестәр күргәҙмәне һынлы сәнғәт донъяһында үҙенсәлекле күренеш тип баһалай. Был ижад емештәре кеше уйланырға, тормошҡа ҡарашын үҙгәртергә мәжбүр итә.

Күргәҙмәләге ижад емештәре менән бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, «Ростех» корпорацияһы авиация кластерының индустрия директоры Анатолий Сердюков та танышты. Улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән дүрт залда урын алған экспозицияларҙы ҡарап сыҡты. Һынлы сәнғәт һөйөүселәр фекеренсә, күргәҙмәнән халыҡ ағымы өҙөлмәүенә шик юҡ, сөнки ул мәңгелек темаларға яңы һулыш өрә.

Евгения Васильеваның күргәҙмәһе данлыҡлы яҡташыбыҙ, рәссам Михаил Нестеровтың тыуыуына 160 йыл тулыуға арнала. Автор билдәләүенсә, уға бөйөк яҡташыбыҙҙың ижады ҡәҙерле һәм яҡын. Шуға күрә күргәҙмәнең дә тап ошо музейҙа ойошторолоуы осраҡлы түгел. Экспозициялар ноябрь уртаһына тиклем Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын көтә. Бынан тыш Евгения Васильева Үҙәк диниә назаратына 3 һәм музейға 10 картинаһын бүләк итте.

Рәмзиә Кәримова