Башҡортостанда көйәрмән картаһын юлларға мөмкин

Ул футбол уйындарына билет һәм абонементтар һатып алыр өсөн тәғәйенләнгән.

Илдең бер нисә ҡалаһынан айырмалы, Өфөлә ул әлегә мотлаҡ түгел. Бер карта менән тик уның хужаһы ғына файҙалана ала. Көйәрмән картаһы онлайн рәүештә Дәүләт хеҙмәттәре порталында һаҡланасаҡ.

Шунда уҡ картаны юллар өсөн, заявка ҡалдырырға мөмкин. Шәхесте раҫлар өсөн, урындағы Күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙең менән паспорт алыу мотлаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина