Башҡорт атлылары Бородинола ҡатнашты. Мәскәү өлкәһендә халыҡ-ара хәрби-тарихи фестиваль уҙҙы. Быйыл 1812 йылғы Ватан һуғышындағы Бородино алышына 210 йыл тулды. Фестивалдә 80-дән ашыу хәрби-тарихи клубтан 1 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Башҡортостан исеменән “Любизар” хәрби-тарихи клубы ағзалары сығыш яһаны. Бородино яланында тирмә ҡоролдо, башҡорт тоҡомло аттар алып барылды. Делегация етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илдар Шәйәхмәтов һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Любизар” хәрби-тарихи клубы һәр реконструкцияла башҡорт аттары менән бергә ҡатнаша. Беҙҙең егеттәр башҡорт атын пропагандалау һәм һаҡлауға ҙур өлөш индерә, тип дауам итә Илдар Шәйәхмәтов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт