Ай ярым эсендә Башҡортостан юлдарында өҫтәмә 54 видео теркәү комплексы барлыҡҡа киләсәк

Әлегә республика биләмәһендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән 1680 камера эшләй. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Транспорт сәғәте» форматындағы кәңәшмә уҙғарҙы.

Осрашыуҙа төп һорауҙарҙың береһе юлдарҙа автоматик теркәү системаһы ярҙамында тәртип булдырыуға ҡағылды. Шулай уҡ «Транспорт сәғәте»ндә ҡатнашыусылар ауырлыҡ контроле системаһы эшен дә ҡараны.

Артыҡ йөк менән йөрөгән транспорт – юл ҡатламы емерелеү сәбәптәренең береһе. Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы Хакимиәтенең контроль идаралығына автоматик үлсәү пункттарын барып ҡарарға һәм бер аҙнанан тикшереү һөҙөмтәләре менән таныштырырға ҡушты.

Гөлназ Хәйбуллина