Учалыла легендар режиссер Лек Вәлиевтың ҡәберенә мемориал таҡтаташ ҡуйылды

Учалыла Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, режиссер, педагог Лек Вәлиевтың ҡәберенә мемориал таҡтаташ ҡуйылды.

Лек Вәли улы башҡорт театрын халыҡ-ара кимәлгә сығарыуға күп көс һалған шәхестәрҙең береһе. Хеҙмәт юлын ул Салауат драма театрында башлай. 1965 йылда ижад юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында дауам итә. 1971 йылдан һәләтле белгесте баш режиссер вазифаһына тәғәйенләйҙәр.

Лек Вәли улы режиссер булараҡ 50-ләп спектакль сәхнәләштерә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы, театр коллективтары, туғандары күрененекле сәнғәт әһеленең ҡәберен тәртипкә килтереүгә күмәкләп тотонған, аҡсалата ярҙам иткән. Изге эш уҡыусыһы Наилә Сәфәрғолова етәкселегендә ғәмәлгә ашырылған.

Кис Учалы ҡала филармонияһында «Ҡоштар осоп ҡайтмаҫ ерҙә булһаң да, һин мәңге беҙҙең хәтерҙә» тип исемләнгән хәтер кисәһе үтте. Осрашыу Лек Вәли улының туғандары, дуҫтары, театрҙар коллективтары ҡатнашлығында үтте.

Гүзәл Борханова