Халыҡ яҙыусыһына халыҡ һөйөүе

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холлында танылған әҙибә Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте. Илдең төрлө төбәктәренән алты тиҫтәләп доклад бер йыйынтыҡ итеп баҫтырылған. Уларҙың иң-иңдәре сара сиктәрендә уҡып ишеттерелде. Уның һуңында яҡын арала тормошҡа ашырырлыҡ резолюция ҡабул ителде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ғилми-ғәмәли конференция сиктәрендә спектаклдән өҙөк сәхнәләштерелеүе осраҡлы түгел. «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклына пьесаны тап Таңсулпан Ғарипова яҙған. Әлбиттә, әҙибәнең драматургия өлкәһендәге ҡаҙаныштары бик күп. «Ямғыр көткәндә», «Бәхеткә ҡасҡандар», «Ғилмияза» кеүек тиҫтәләп пьеса республика театрҙарында сәхнәләштерелгән. Ә «Йәй ташы» әҫәре мәҫәлән, «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» исеме аҫтында нәфис фильм булараҡ төшөрөлгән.

Ә «Бөйрәкәй» роман-эпопеяһы – ул айырым иғтибар талап иткән күләмле әҫәр. Тотошлай ХХ быуат тарихын күҙ алдына баҫтырған ижади хеҙмәтте кем генә уҡымаған да, кем генә тикшермәгән. Ғалимдар әле булһа осона сыға алмай. Сөнки, өйрәнәһе материалдар бик күп.

Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған ғилми-ғәмәли конференцияла халыҡ яҙыусыһының милли әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары барланды. Йәмғеһе алты тиҫтәләп доклад ҡабул ителгән. Ә географияһы тотош Рәсәй картаһы.

Таңсулпан Ғарипова, ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәтенә 70-се йылдарҙа «Ялан сейәһе» исемле әҫәре менән аяҡ баҫа. Халыҡтың яратып ҡабул итеүе әҙибәне тағы ла ҡанатландыра. Бөгөн Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының береһенән-береһе уңышлы проза әҫәрҙәре ҡәләмдәштәре араһында оло хөрмәт уята.

Ә бөгөнгө сара ижадсы өсөн үткәндәргә байҡау, киләсәккә ныҡлы аҙым да булып тора. Был бер. Икенсенән, туған халҡына намыҫлы хеҙмәт итеүҙең һөҙөмтәһе ил кимәлендә уҡыла икән, тимәк, ҡуйған маҡсатың тормошҡа ашҡан тигән һүҙ.

Азат Ғәлиуллин