Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо турала закон проектын ҡарарға ниәтләй. Парламент рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов белдереүенсә, 70 йәштән өлкән милек хужаларына иғәнәнең яртыһы, 80 йәштән өлкәндәргә сумма тулыһынса компенсациялана. Социаль ярҙам сараһы быйыл ғәмәлдән сығырға тейеш. Депутаттар уны 2024 йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим итә. Киләһе йылда компенсациялар өсөн – 40, 2024 йылда — 44 миллион һум йүнәлтеү ҡарала. Парламенттың пленар ултырышы сентябрь аҙағында үтә.