Бөгөн "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе ағзалары политсовет уҙғарҙы

Ултырышта  Республика  Башлығы  Радий  Хәбиров  ҡатнашты. "Бөгөн ҡатмарлы  әммә  ҡыҙыҡлы  мәл.  Беҙ  йәмғиәт өсөн яуаплыбыҙ,  шуға  аңлы  булырға  тейешбеҙ.  Беҙҙең төп маҡсат  эске теләктәшлекте  һәм  сәйәси берҙәмлекте  һаҡлап ҡалыу",  -  тине  Радий  Хәбиров.  Бөгөнгө ултырышта  киләсәккә  эш планы  ҡаралды. 

Илдә эшҡыуарлыҡ буйынса федераль проект старт алды. "Башҡортостанда Йәмәғәт Советы төҙөлдө. Унда эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары, министрлыҡ һәм ведомстволарҙың да вәкилдәре индерелде", - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

"Берҙәм Рәсәй" партияһы  ағзаһы  Гөлнур Ҡолһарина һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий  Хәбиров  Украиналағы  махсус  хәрби  операциялы  ҡатнашыусылар  өсөн  һәйкәл ҡуйырға  тәҡдим итте.  Унда  халыҡтар дуҫлығы  һүрәтләнергә  тейеш.