Башҡортостан Донбасҡа ярҙам итә

Бөгөн  Республика  Башлығы  Радий  Хәбиров  ҡушыуы  буйынса  29-сы  гуманитар ылау  оҙатылды. 82 тонна  төҙөлөш материалдары, мебель алып барыла. Уларҙың 30 тоннаһы  Мариуполь ҡалаһына  тәғәйенләнә.  Артабан, колонна  Красный  Луч  ҡалаһына  йүнәлә.  Луганск республикаһына  янғын һүндереү  машинаһы  тапшырыла.  Башҡортостан  Донбассҡа  2 мең 300 тонна ярҙам оҙатты.