Быйыл Башҡортостанда федераль трассалар һуҙыу һәм ремонт өсөн 23 миллиард һум бүленгән

Был турала социаль селтәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров яҙа. - Юлдар төҙөлөшөн финанслау йыл һайын арта бара. Алдағы  йылдарҙа  ла күберәк аҡса бүленеүен көтәбеҙ. Юлсылар алдында ҙур маҡсаттар  ҡуйылған, шул иҫәптән Ҡазан-Екатеринбург трассаһының бер өлөшө төҙөлөргә тейеш, - ти Радий  Хәбиров. Башҡортостан  аша  М-5, М-7 һәм Өфө-Ырымбур федераль трассалары үтә. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 795 километр.