Бөйөк Ватан һуғышында нацизмға ҡаршы көрәш символдарының береһе 2014 йылдың йәйендә хәрби бәрелеш ваҡытында емерелгәйне.
Владимир Путин ҡушыуы буйынса мемориал тәүге торошона ҡайтарылды. Реконструкция эштәрендә Башҡортостан вәкилдәре, шул иҫәптән Бөтә Рәсәй төҙөлөш отрядтары составында студенттар ҙа әүҙем ҡатнашты.
Ил президенты билдәләүенсә, Донбасста милләтселәр иң ҡеүәтле оборона линияларының береһен төҙөгән була, совет хәрбиҙәре үҙ ғүмерҙәрен аямай оҙайлы алыштарҙа уны емереп, күләмле стратегик еңеү яулай. Сауыр Ҡурғаны, Сапун тауы, Мамаев Ҡурғаны кеүек үк бөйөк изге урынға әйләнә.
Ҡан ҡойошло алыштарҙа башҡорт хәрбиҙәре лә ҡатнашҡан. Күптәр өсөн, шул иҫәптән легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов өсөн Донбасс һуңғы яу урынына әйләнә. Мемориал комплексты асыу тантанаһында яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығы телгә алынды.
Әйтергә кәрәк, ҡурғанды тергеҙеүҙә ҡатнашҡан ҡайһы бер студенттар был биләмәлә ярҙам күрһәтеү эшен дауам итә. Йәштәр башҡа емерелгән объекттарҙы төҙөкләндереүгә ҡушылған.
Гөлназ Хәйбуллина