Өфөлә йорт идарасылары форумы уҙҙы

Йыйылышта ҡала хакимиәте, ведомство, ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары вәкилдәре, күп ҡатлы йорт старосталары ҡатнашты.

Һөйләшеү йылытыу миҙгеленә әҙерлек, 1 сентябрҙән индерелгән үҙгәрештәр һәм башҡа һорауҙар хаҡында барҙы. Ил хөкүмәте 3 февралдән сығарған 92 се күрһәтмәгә ярашлы, сентябрҙән күп ҡатлы йорттоң дөйөм милкен файҙаланған өсөн нормативтан артҡан түләү торлаҡ хужалары иңенә төшә.

Элек ул идарасы компанияларҙа булған. Шулай уҡ йорт советы ағзаларына ай һайын коммуналь түләүҙәр буйынса күҙәтеү эше алып барырға тура килә.

Рәмилә Исмәғилева