Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа беренсе көҙгө ултырыш уҙҙы.
Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм балаларға дәүләт тарафынан бүленгән фатирҙы юллауҙы еңелләштереү яңы закон проектының нигеҙе булып торасаҡ. Депутаттар шулай уҡ беренсе уҡыуҙа тикшереүгә һәм ҡабул итеүгә тәҡдим ителгән башҡа закон проекттары буйынса ла фекер алышты. Башҡортостандың киләһе йылға бюджетын планлаштарыу парламентарийҙар ултырышында төп һорау булып торҙо.
Флорида Ким