Сара сиктәрендә белгестәр төбәктә сәләмәт бала табыу өсөн шарттар һәм дәүләт ярҙамын арттырыу тураһында фекер алышты. Статистикаға ярашлы, быйыл Башҡортостанда 40 мең сабый донъяға килгән.
Был һандар уҙған йылдарҙағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, түбән тип иҫәпләнә. Медицина форумында тыуымды арттырыу, әсәнең сәләмәтлеген нығытыу өсөн ҡаралған профилактик саралар, һауыҡтырыу һәм реабилитация ярҙамы кеүек һорауҙар күтәрелде.
Флорида Ким