75 йәшен тултырыусы Рәхимйән Саҙрыев трактор, утын ярыусы һәм умарталарҙы күтәреп йөрөтөүсе ҡоролма эшләгән. Ҡулдан яһалған траторҙа БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова йөрөп ҡараны.
Ҡулынан килмәгән эш юҡ, тигәндәре тап Рәхимйән Саҙрыев тураһында. Ауыл хужалығының төрлө техникаһы деталдәренән йыйылған был трактор инде 20 йыл хеҙмәт итә. Сафтан бер тапҡыр ҙа сыҡҡаны юҡ, ти уны үҙ ҡулдары менән эшләүсе Рәхимйән Мәғәрүф улы.
Үҙ ҡулдары менән йыйған трактор йөрөп китһен өсөн бер нисә йыл тырышып эшләргә тура килә. Хәҙер иһә был техника хужалыҡ эштәрендә айырылғыһыҙ ярҙамсы.
Үҙең берәй ҡоролма эшләп ҡуйһаң күңел күтәрелә, яңы идеялар тыуа, ти уҙаман. Ике йыл элек ихатала тағы бер яңы конструкция барлыҡҡа килгән. Был юлы – ул утын ярыусы. Саҙрыевтар кемдеңдер килеп уңайлы шарттар булдырғанын көтөп ултырмайҙар – шәхси хужалыҡтарында барыһын да үҙҙәре эшләй. Рәхимйән Саҙрыевтың тормош иптәше Светлана Ивановна әйтеүенсә, тимер эше менән булышҡанда иң яҡшыһы – ҡамасауламаҫҡа.
Рәхимйән Мәғәрүф улы техника менән ҡыҙыҡһыныуын умартасылыҡ кәсебе менән бергә алып бара. Инде 40 йыл тирәһе бал ҡорттары үрсетә. Әле хужалыҡта булған 30 күсте тәрбиәләү эшен еңелләйеү өсөн дә яңы ҡоролма уйлап таба. Яҙлы-көҙлө умарталарҙы шылдырыу өсөн хәҙер кеше саҡырып йөрөйһө түгел.
75 йәшен ҡаршы алырға әҙерләнгән оҫта ҡулдан яһалған техника рәтен тренажер менән тулыландырырға теләй. Әгәр быға тиклем хужалыҡ теникалары эшләһә, тренажер - сәләмәтлекте нығытыу өсөн кәрәк, ти Рәхимйән Саҙрыев.
Әлфинә Килдейәрова