Башҡортостанда М-7 Волга федераль трассаһында төҙөлөш эштәре башланды

65 километр оҙонлоҡтағы участка Илеш, Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары аша үтә.

Яңы һалынасаҡ юл Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдарын урап үтәсәк. Радий Хәбиров билдәләүенсә, транзит транспорт тораҡ пункттарҙан ситкә китеп, экологик хәлде яҡштыртасаҡ.

Киләсәктә шулай уҡ республика аша юғары тиҙлекле Ҡазан – Екатеринбург магистрале лә үтәсәк. Улар ярҙамында Башҡортостан илдең эре үҙәктәре менән тоташтырған коридор аласаҡ. Был бизнесҡа ла яңы импульс бирә. Сөнки федераль трасса заправкалау станциялары, юл буйы сервистары төҙөүҙе талап итәсәк. Росавтодор планы буйынса, эш 2024 йылда тамамлана. Трасса 4 һыҙатлы буласаҡ.

Башҡортостанда 2022 йылда федераль трассаларҙы ремонтлауға һәм төҙөүгә 23 миллиард һум аҡса бүленгән. Был 2021 йылға ҡарағанда, 167 процентҡа күберәк. Был хаҡта республика етәксеһе социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Был һандар артында – халыҡ яҙмышы, уларҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге, тип билдәләгән Радий Хәбиров. Федераль автомобиль юлдары идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, федераль трассаларҙа юл фажиғәләрендә һәләк булыусылар 55 процентҡа кәмегән.