Күләмле экспозицияны Башҡортостан Хөкүмәте «Ретро-гараж» музейы менән берлектә ойоштора.
Сарала 82 төр тарихи техника менән танышырға мөмкин. Улар иҫәбендә «Москвич», «ГАЗ», «Волга» машиналары, «ЗИС» автобусы, «Днепр» һәм «Ява» мотоциклдары. Шулай уҡ майҙансыҡта «Мерседес», «Ford», «Packard» һәм башҡа марка автомобилдәрҙең моделдәре бар.
Халыҡ иғтибарына тәҡдим ителгән эскпонаттарҙың барыһы ла донъя автосәнәғәте тарихында мөһим роль уйнаған. Коллекциялағы машиналарҙың күбеһе техник яҡтан төҙөк, иҫәпкә ҡуйылған. Араларында автоуҙышта ҡатнашҡандары ла бар.
Гөлназ Хәйбуллина