Башҡортостанда М-7 “Волга” федераль трассаһында төҙөлөш башланды

65 километр оҙонлоҡтағы юл Илеш, Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары аша һалына. Ул Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдарын урап үтәсәк. Проект төбәктә экологик хәлде һәм хәүефһеҙлекте яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Федераль трасса аша йөрөгән транзит транспорт ауылдарҙы ситләп уҙа. Республикала быйыл юлдар һалыу һәм ремонтлауға 23 миллиард һум бүленгән.