Радий Хәбиров Республикала махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте

Был турала ул «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең секретары булараҡ, партия сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында белдерҙе. Мемориал халыҡтар дуҫлығы идеяһын еткерергә, Ватанды төрлө милләт вәкилдәре һаҡлауын сағылдырырға тейеш.

Шуға асыҡ миҫал – Донбасстағы хәрбиҙәрҙең ҡаһарманлығы. Бөгөнгә Башҡортостандан 3 яҡташыбыҙ һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған.

 Ултырыш барышында партияның сәйәси советы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең киләсәккә эш планын тикшерҙе. Киләһе һайлау кампанияһына әҙерлек барышын ҡараны. 2023 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм ауыл хакимиәттәренә, ә 2024 йылда ил Президентын һәм Башҡортостан башлығын һайлауҙар көтә.  

Был сәйәси саралар етди әҙерлек талап итә, тип билдәләнде ултырышта. Радий Хәбиров, «Берҙәм Рәсәй» партияһы кандидаттарын ниндәй сифаттар айырып торорға тейешлеген атаны. Улар заманса фекерләгән, компетентлы, әүҙем белгестәр, шулай уҡ һәр яҡлап өлгөлө кешеләр булырға тейеш, тине Республика етәксеһе. 

проекттарын тормошҡа ашырғанда ярҙам буласағын республикала йәшәүсе һәр кем тойорға тейеш.

Рәмзиә Кәримова