Ауыл халҡына юғары сифатлы медицина ярҙамы

«Сәләмәтлек» милли проектына ярашлы район дауаханалары заманса медицина техникаһы менән йыһазландырыла. Шишмә үҙәк район дауаханаһына төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса ике йыл элек компьютер томографы алынған. Быйыл паллиатив медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн еңел автомобиль тапшырылған.   

Әлиә Нуриәхмәтова биле ауыртыуы сәбәбен асыҡларға теләй. Бер нисә минут эсендә снимок әҙер. Дауаланыу өсөн рецепт алырға ғына ҡала. 

Дауаханаға компьютер томографы 2020 йылда Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса алынған. Заманса аппарат ҡайтарылғас та, «Ауыл табибы» программаһы буйынса Мирослава Килмәтова эшкә килгән.

Компьютер томографында ике йыл эсендә 8 меңдән ашыу кеше тикшерелеү үткән.

Юғары технология менән эшләгән ҡоролма дауаханала бик ваҡытлы барлыҡҡа килде, ти белгестәр. Беренсенән, ул ковид-19 сире менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү, диагноз ҡуйыуҙа ярҙам булһа, икенсенән, яман шеште тәүге стадияһында асыҡлауға мөмкинлек бирә. Йәрәхәттәр, башҡа төрлө ауырыуҙарҙы тикшереү өсөн дә  ҡулайлы. 

Поликлиникала «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса үпкәне яһалма елләтеү өсөн ике төрлө аппарат алынған. Береһе реанимация бүлеге өсөн тәғәйенләнһә, икенсеһен өй шарттарында ла ҡулланып була. Шишмә үҙәк район дауаханаһы онколог, лор һәм күҙ табибын эшкә саҡыра. Районда яңы 15 модулле фельдшер- акушерлыҡ пункты асылған, туғыҙ фельдшерға хеҙмәт урыны бар.  

Рәмилә Исмәғилева