Өфөлә Башҡортостан янғын һағы бүлексәләре араһында хәрби әҙерлек буйынса ярыш уҙғарылды

Күләмле сарала 22 команда ҡаршылыҡ һыҙатын үтеп, ут менән көрәштә, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙа берҙәм һәм етеҙ булыуын күрһәтте. Оператив-хеҙмәт бурыстарҙы уңышлы үтәү, оҫталыҡты камиллаштырыуға йүнәлтелгән ярышты БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Сибайҙың 45-се янғын-ҡотҡарыу часы егеттәре махсус экипировкала тәүгеләрҙән булып ҡаршылыҡ һыҙатын үтә башланы. Сценарий буйынса күп фатирлы торлаҡта ут сығып, бина өлөшләтә емерелгән, ике кеше зыян күргән. Ҡотҡарыусыларға бәләгә тарыусыларҙы табып, янғынды һүндерергә кәрәк. Кислород запасы күп түгел, шуға араны үтеүгә лә һанаулы ғына ваҡыт бирелгән

Баҫҡыс һәм күперҙе йүгереп үткәндән һуң емерелгән бинаға инеү юлын асырға кәрәк. Махсус ҡорамалдар ярҙамында тимер-бетон плитаһы ҡырҡыла, артабан торба эсенән беренсе зыян күреүсе сығарыла. Ишек аша үтеү – үҙе бер ҡаршылыҡ.

Ҡотҡарыусылар өсөн юғары ҡаттарҙағы утты һүндереү ҙә бер ни торманы. Улар шартлы янғын сыҡҡан урынға үтеп инде.

Ярышта иң ауыр этаптарҙың береһе – төтөнлө камера. Янғын сыҡҡан урын, унда бөтөнләй инерлек түгел, тын алып булмаҫлыҡ шарттар. Бүлмә эсендә ҡараңғы, лабиринт һәм башҡа ҡаршылыҡтар аша үтеп,  янғындан зыян күреүсене сығарырға кәрәк.

Ярыштың тәүмаҡсаты шәхси составтың һөнәри оҫталығын көсәйтеп, техник ҡоралдар менән эш итеү тәжрибәһен арттырыу. Федераль, ведомство һәм муниципаль янғын һағы частары вәкилдәре ҡатнашҡан һәр командала бишәр кеше.

Ярыш сиктәрендә янғын һүндереүселәрҙең физик әҙерлеге, авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыу оҫталығы баһаланды. Стәрлетамаҡ командаһы ҡаршылыҡ һыҙатын уңышлы үтеүселәр иҫәбендә. Яуаплы һөнәргә килеүҙә һәр кемдең үҙ юлы

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Межгорье ҡалаһы командаһы беренсе урын яуланы. Уларға тантаналы шарттарҙа уҙған йыл еңеүселәре – Күмертау янғын һүндереүселәре тарафынан күсмә Кубок тапшырылды.

Гөлназ Хәйбуллина