Был турала бөгөн Асҡын районында үткән республика урмансылар форумында Волга буйы федераль округы буйынса урман хужалығы департаменты етәксеһе билдәләне. Сара сиктәрендә йәнә бер аллеяға нигеҙ һалынды, иң оҫта урман ҡырҡыусы билдәләнде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ҡарап тороуға ғына һынау еңел күренә кеүек. Ә ҡуйылған талаптарға ҡарап үтәгәндә, хатта тәжрибәле урман ҡырҡыусының да яңылышыуы ихтимал. Мәҫәлән, әлеге эш миҫалында киҫелгән ағас дискыһы ҡалынлығы 8 сантимерҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Өҫтәүенә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә бер кем инҡар итмәгән. Ул да урман ҡырҡыусылар араһында ойошторолған конкурста өҫтәмә мәрәй алырға мөмкинлек бирҙе. Урында шулай уҡ тиҙлеккә бензопила йыйыу ҙа ситтә ҡалманы. Бөгөн донъя рекорды 8 секунд ярым тәшкил итһә, ә асҡындар эш ҡоралын кәмендә 40-50 секунд эсендә һүтеп-йыйҙы.
Башҡортостан Урмансылары Асҡын районындағы урман сәнәғәт тармағы менән дә танышты. Төбәктең 60 процент биләмәһе йәшел ҡалҡандан тороуын иҫәпкә алғанда, был өлкәлә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй.
Һөнәри байрам уңайынан ойошторолған сара күмәкләп ағас ултыртыу менән тамамланды. «Башҡортостан урмансылары» тип исемләнгән аллеяға нигеҙ Ҡышлауйылға быуаһы буйында һалынды. Ул халыҡтың яратып өлгөргән тәбиғәт мөйөштәренең береһе. Әйткәндәй, республикала бөгөндә октябргә тиклем ағас ултыртыу акцияһы башлана. Йәшел киләсәкте хәстәрләп һәр кем сараға үҙ өлөшөн индерә ала.
Азат Ғәлиуллин