15 сентябрҙә Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, «Тамыр» балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина матур юбилейын билдәләй.
Билдәле тележурналист тыуған көнөн дә хеҙмәттәштәре, фекерҙәштәре менән Өфөнөң «Родина» кинотеатрында уҙған «Бер сынаяҡ сәй» кисәһендә бергә ҡаршы алды. Сара барышында Гөлназ Фәрит ҡыҙының тормош һәм ижад юлына арналған фильм күрһәтелде, Гәлсәр Байғусҡарованың әсәһенә бағышланған акустика концерты үтте. Кисәнән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Талантлы тележурналист, тәжрибәле етәксе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, һөйөклө ҡатын, өлгөлө әсәй. Гөлназ Ҡолһаринаның исеме Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәй кимәлендә лә билдәле. Ул балалар телеканалын республиканың йөҙөк ҡашына, брендына әүерелдереүгә, үҫеп килгән быуында тыуған телгә, илгә һөйөү тәрбиәләүгә күп көс һалған тынғыһыҙ шәхес. Гөлназ Фәрит ҡыҙының 30 йылдан ашыу ғүмере зәңгәр экрандар менән бәйле.
Гөлназ Ҡолһарина Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылы ҡыҙы, тәүҙә Салауат педагогия училищеһын, артабан Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. «Тамыр» балалар студияһына нигеҙ һалған Луиза Фархшатованың осҡор күҙе тап Гөлназ Ҡолһаринаға төшөүе осраҡлы түгел. Тәжрибәле етәксе студент ҡыҙҙың ижади ҡеүәтен аныҡ тойомлай.
Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙар, концерттар, интервьюлар, хатта сериалдар. Медиа киңлектә «Тамыр» телеканалы үҙләштермәгән бер генә жанр ҙа юҡ. Гөлназ Ҡолһарина иһә үҙен оҫта алып барыусы ла, талантлы мөхәррир ҙә, талапсан етәксе лә итеп таныта, ул һәр бер проектҡа ҡолас ташлап тотона. Фиҙаҡәр хеҙмәт һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Тамырҙың ижад емештәре халыҡ-ара, Рәсәй конкурс-фестивалдәрендә еңеү яулай. «Тэфи» премияһы ғына 9 тапҡыр тапшырыла, ә Гөлназ Фәрит ҡыҙы үҙе телевидениены үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө өсөн бронза орфей менән бүләкләнә. Был награда Рәсәйҙә бер нисәү генә.
Эш, ижад менән ғаилә тормошон бер тигеҙ, уңышлы алып барғандар һирәк. Гөлназ Ҡолһаринаға иһә ҡатын-ҡыҙ бәхете лә бирелә, ул тормош иптәше өсөн һөйөклө ҡатын, балаларына күркәм тәрбиә биргән әсәй. Ҡыҙы Гәлсәр ижад юлын һайлап Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында, улы Урал мәктәптә белем ала.
Гөлназ Фәрит ҡыҙының күркәм юбилейына арналған кисә лә уның тормошо һымаҡ иҫтәлекле, ижади ваҡиғаларға бай. Программа ла тележурналистың тормош һәм ижад юлына арналған бай йөкмәткеле фильм да, ҡыҙы Гәлсәр Байғусҡарованың акустика концерты ла урын алған. Әммә Гөлназ Ҡолһарина был кисә лә бары тик фекерҙәштәр ҡоро, уның өсөн байрам, ял тигән төшөнсә юҡ, ул һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙәр юлында.
Бер сынаяҡ сәй. Тормош ошо сәй артында үткән күҙ асып йомған ара һымаҡ. Был сәйҙе ҡоролай ғына эсергә лә, мең төҫ менән балҡытып, тәмләп, йәмләп мөғжизәле табын ҡорорға ла мөмкин. Гөлназ Ҡолһаринаныҡы һымаҡ, уның һәр миҙгеле ижади эҙләнеүҙәр, яңы асыштар, табыштар, мөғжизә менән тулы.
Рәмзиә Кәримова