“Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы Өфөлә йыл һайын үтәсәк

Мәскәүҙә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов рәйеслегендә форумдың программа комитеты ултырышы булды. Ошо аҙна аҙағында башланған конгреста Рәсәй төбәктәре, Ҡаҙағстан, Төркиә, Иран һәм Белоруссиянан вәкилдәр ҡатнаша. ”Санкциялар баҫымы йоғонтоһонда логистиканың нисек үҙгәреүе күренеп тора. Йөк ташыу, таможня сәйәсәтендә үҙгәрештәр бар һәм буласаҡ. Шуға ла Конгреста үтә мөһим темаларҙы ҡарарға кәрәк. Улар республика иҡтисады үҫешендә сағылыш табырға тейеш”, - тине Рөстәм Моратов. Эшлекле сара барышында “Амкодор” заводы төҙөлөшөнә старт биреү ҡарала. Шулай уҡ Белоруссияның ике заводы дилер үҙәктәрен аса. Киләһе йылда Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы үтә. Ул Башҡортостанда ойошторола.