Быйыл Владимир Путин тарафынан Рәсәйҙә Фән һәм технологияларҙың 10 йыллығы иғлан ителде. Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та юғары мәктәптә эшләгән йәш ғалимдарҙы, уҡытыусыларҙы яҡлау буйынса дәүләт программаларын киңәйтеү саралары хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Өмөтлө йәштәргә аҡсалата сертификат тапшырыу Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков тәҡдиме буйынса башҡарыла һәм ил етәкселеге ҡуйған йәш ғалимдарҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыу өлгөһө булып тора.
Юғары техник уҡыу йортоноң ғилми советы 2022 йылдың июненән был тәҡдимде ғәмәлгә ашырыу хаҡында ҡарар сығарған. Матди дәртләндереү 39 йәшкә тиклем кадидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлаған йәштәргә, уларҙың ғилми етәкселәренә һәм консультанттарына тәғәйенләнә.
Юғары техник уҡыу йортоноң ғилми советы 2022 йылдың июненән был тәҡдимде ғәмәлгә ашырыу хаҡында ҡарар сығарған. 13 сентябрҙән 4 фән докторына һәм уларҙың фәнни консультанттарына исемле аҡсалата сертификаттар тапшырылған. Ул Рәсәй Федерацияһының Арктик зонаһында геомагнит әүҙемлек һәм поляр балҡыштарын системалы күҙәткән фән докторы Андрей Воробьев менән уның ғилми консультатына ла тапшырылған.
Гүзәл Борханова