Һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәренә матди ярҙам программаһы булдырылды

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы производствола йәрәхәтләнгән осраҡта стационар һәм диспансер хеҙмәткәрҙәренә матди ярҙам күрһәтеү программаһын башлай. 

Был тәңгәлдә страховка программаһы профсоюз тарафынан ике йыл дауамында тормошҡа ашырыла. Тәүҙә матди ярҙам ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнһә, былтыр сертификаттар фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләүселәргә бирелгән. Программа 30 меңгә яҡын тармаҡ вәкиленә ҡағыла.

Акция буйынса хеҙмәткәр алған йәрәхәт ауырлығына ҡарап 20 мең һумға тиклем матди ярҙам ала. Осраҡ буйынса профсоюз ағзаһының эш биреүсеһе тикшереү үткәрергә бурыслы. Һәләк булғанда был сумма 50 мең һум тәшкил итә. 

Элина Смирнова, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһының хеҙмәт техник инспекторы 

Рәмилә Исмәғилева