Өсөнсөгә ойошторолған сарала ҡатнашырға теләүселәр күп булған, дүрт йөҙҙән ашыу заявка ҡабул ителә. Һайлап алыу этабын тик 46 оҫта ғына уңышлы үткән. Бөгөн бәхетле исемлеккә инеүселәр жюри алдында ижади эштәрен яҡлап сығыш яһаны. Милләтебеҙҙең матурлығын ҡәҙерләп тергеҙгән замандаштарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина осрашты.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Амантаев 1886 йылғы тарихи фотоһүрәтте табып, башҡорт дворяны Фәхретдин Өмөтбаев образына реконструкция яһарға була. Бер деталде лә ҡалдырмай, үҙ ҡулдары менән костюмдың теүәл күсермәһен яһауға теүәл бер йыл ваҡыт киткән. Тырышлыҡтың һөҙөмтәһе лә бар – «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталары бәйгеһендә юғары баһа алына.
«Тамға» конкурсы дүрт тиҫтәнән ашыу оҫтаны берләштерҙе. Уларҙың күбеһе «Башҡорт милли кейеме – реконструкция» номинацияһында сығыш яһаны. Һәр костюм музей экспонаттары, китаптарға ҡарап тергеҙелгән. Һәр ырыуҙың үҙенә генә хас йөҙө һәм матурлығы бар. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш башҡорттарына хас ҡайып сигелгән алъяпҡыс, күлдәктәр ҙә күҙҙең яуын алды.
Ҡатнашыусылар араһында халыҡ оҫталарынан тыш, профессиональ дизайнер, стилистар ҙа бар. Һәр коллекция алтынға торошло. Был йүнәлеште яңы ғына үҙләштерә башлаусылар ҙа мәртәбәле конкурсҡа сығып, барыһын да хайран ҡалдырҙы.
Жюри ағзалары билдәләүенсә, быйыл барлыҡ ҡатнашыусыларҙың да кимәле юғары, шуға гран-при яулаусыны билдәләү үҙе бер һынауға тиң. Төп еңеүсегә өс йөҙ мең һумлыҡ аҡсалата дәртләндереү сараһы ҡаралған.
Мәртәбәле конкурсҡа йомғаҡ 11 октябрҙә Өфө сауҙа үҙәктәренең береһендә яһала. Күләмле сараға Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстан республикаларынан ҡунаҡтар, билдәле дизайнерҙар саҡырылған.
Гөлназ Хәйбуллина