Мәртәбәле сараға Башҡортостан район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән өс йөҙгә яҡын сәхнә оҫтаһы йыйылды. Конкурста бөйөк ҡурайсының вариҫы ла ҡатнаша. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Миңнулла Бикҡолов – Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне. Ул республика ҡурайсылар конкурсында тәүге тапҡыр сығыш яһай.
Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсы Хәйбулла ерендә биш йылға бер үтә. Һуңғы тапҡыр ул 2016 йылда ойошторолғайны. Сираттағы конкурс өс йәш категорияһы буйынса уҙғарыла: 12 йәшкә тиклем, 12 йәштән 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәктәр.
Балалар бер оҙон көй һәм бер ҡыҫҡа көй уйнаһа, ололар икешәр оҙон һәм ҡыҫҡа көй уйнарға тейеш. Жюри тарафынан уйнау оҫталығы, сәхнәлә үҙҙәрен тота белеүҙәре, үҙенсәлекле сығыштар билдәләнә.
Гөлназ Хәйбуллина