Салауат районында дүрт кеше машина менән бағанаға бәрелеп һәләк булған

Төнгө сәғәт икеләр тирәһендә Кропачев – Мәсәғүт – Әшит юлының 49-се километрында «ВАЗ» автомобиле ситкә сығып осоп, электр бағанаһына бәрелгән.

Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның өс пассажиры вафат булған. Осраҡ буйынса тикшереү бара.